КВН”Ҡоштар – беҙҙең дустарыбыҙ”
Маҡсат:
Балаларҙың беҙҙең яҡтың ҡоштары тураһындағы белемен тәрәнәйтеү, уларҙың көнкүрешенә, йәшәү үҙенсәлегенә иғтибар итеү.
Ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.
Балаларға тирә-яҡ мөхитте, хайуандар донъяһын һаҡлау сараларын аңлатыу.
Йыһазландырыу: ҡоштарҙың һүрәттәре,карточкалар, слайдттар,плакаттар.аудиоязма: “Ҡоштар тауышы”.
Байрам барышы:
Алып барыусы: Хөрмәтле балалар, тыуған еребеҙгә шаулап, гөрләп яҙ килә. Март – яҙҙың беренсе айы, уяныу, сафланыу айы. Ул яҡтылыҡ, һыу һәм ҡоштар айы ла булып иҫәпләнә. беҙҙең илдә һәр йыл һайын 1927 йылдан алып 1 апрель көнөн ҡоштар көнө тип билдәләйҙәр. Был көндө һәр кеше ҡулынан килгәнсә ҡоштарға изгелек эшләргә тейеш. Ә балалар ниндәй яҡшылыҡ эшләй ала һуң? ( яуаптар). Бигерәк тә сыйырсыҡтарға оялар эшләү киң таралған. Уҡыусылар был көндәрҙә үҙҙәренең ҡоштар тураһында китаптар уҡып, сығыштар тыңлап, кинолар ҡарап белемдәрен күбәйтә алалар. Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ ҡайта. Бөгөнгө байрамды ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы ҡаршылау көнөнә арнайбыҙ.
Ә хәҙер һүҙҙе 2-се класс уҡыусыларына бирәбеҙ.
Ҡояш нурын болот ҡаплаһа ла,
Яҙ яҙлығын итә - иретә…
Ҡарҙар бөтөп, ҡара ер йәшәреп,
Һандуғастар һайрар көн етә.
Яҙ килә, яҙ
Элекке түгел ҡар ҙа,
Ҡарайҙы ул баҫыуҙа.
Йылғаларҙағы боҙ ҙа
Ярыла бит баҫыуға.
Эй, талпынып ҡайтҡан ҡошҡайҙарым
Тыуған еркәйҙәргә ни етә
Һәр ботағы, һәр япрағы яҡын,
Һәр һулышы күңел елкетә, -
Тыуған еркәйҙәргә ни етә.
Йыр «Яҙ килә»
1уҡыусы: Ҡанатлы дуҫтарыбыҙ беҙгә ашыға. Юлда улар күпме ауырлыҡтар кисерә. Бурандарға, ҡойма ямғырҙарға эләгеп, хәлдән таялар. Ҡоштарҙың иң көслөләре беренсе булып килеп етәләр. Ә яҙ килтереүсе тип ниндәй ҡошто атайҙар.
Ҡара ҡарға ҡарҙан бара
Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға.
Эй маҡтана, эй маҡтана
Ҡанат остарыма тағып,
Яҡшы хәбәр килдем алып,
Яҙ башлана, яҙ башлана!
Ҡарғалар Европа һәм Азияла осрай. Улар бергәләшеп коллония менән баҡсаларҙа, парктарҙа, кешегә яҡыныраҡ ерҙә оя ҡоралар. Ояларына 3-6 йомортҡа һалалар. 18-22 көндә бала сығаралар.Уларҙың файҙаһы; төрлө үләкһәләр, саранчалар, ҡарышлауыҡтар менән туҡланалар. Шулай итеп иген культураларын ҡотҡаралар.
Сыйырсыҡты халыҡ кеше көлдөрөүсе тип атай. Ул бесәй булып мыяулай, тауыҡ булып ҡытҡылдай, баҡа булып баҡылдай, бала һымаҡ илай, һыҙғыра ала. Сыйырсыҡтар бөжәктәр, ҡорттар, ҡусҡарҙар менән туҡлана. Улар парлашып йәшәйҙәр, үҙ ояларына 35 тапҡырға тиклем осоп киләләр, йәғни тәүлегенә 200-300 –гә тиклем бөжәкте юҡ итәләр.
Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай
Ҡарҙар бөткәнен дә көтөп тормай.
Һабансылар күңелен нурлай-нурлай,
Эй һайрай ҙа һуң был һабантурғай.
Кем генә яратмай икән һабан турғайҙарын. Улар осҡанда һәр саҡ һайрайҙар. Шул саҡта йылға шауы, ҡыңғырау сәскәләре тауыштары ишетелгәндәй була. Һабан турғайҙары баҫыуҙарҙа, яландарҙа, көтөүлектәрҙә бик күп бөжәктәрҙе, ҡый үләндәренең ояларын ҡороталар. Ояларын ерҙә яһайҙар, күсеүсе ҡоштарға инәләр.
Кәкүк “Кәк-күк, тигән була, -
Еләк күп-күп, тигән була.-
Йәшел урман төпкөлөнә,
Әйҙә үт-үт, - тигән була.
Кәкүк “Кәк-күк, тигән була, -
Беҙгә йыш кил, тигән була.-
Саф һауалы урмандарҙа
Ял итә бел” , - тигән була.
Кәкүк йәй буйына 270 меңдән ашыу ҡарышлауыҡ, май ҡуңыҙын юҡ итә. Йомортҡаһын теләгән ҡоштоң ояһына һалып китә, үҙе бала сығармай.
Ҡарлуғастар, һандуғастар йәй буйына миллионға яҡын зарарлы бөжәктәрҙе ҡыра.
Ҡоштар кешеләрҙең иң ышаныслы ярҙамсылары. Ҡоштарға ҡарап кешелә һауаға осоу хыялы барлыҡҡа килгән, йырҙар тыуған. Улар – баҡсаларҙың иң матур биҙәге. Яҙҙы һабан турғайының йырынан, йә юл буйындағы турғайҙарҙың сырылдауынан башҡа күҙ алдына баҫтырып булмай.
Ҡоштар тәбиғәтте матурлап ғына ҡалмай, кешеләргә лә ҙур файҙа килтерә. Әгәр ҙә беҙ илебеҙҙәге бөжәк ашаусы ҡоштарҙы: тумыртҡаларҙы, сыйырсыҡтарҙы, ҡарабаш турғайҙарҙы һаҡлаһаҡ, урман һәм баҡсаларыбыҙ ҡоротҡос бөжәктәрҙән зарар күрмәҫ ине.
Ҡор, һуйыр, сел, ағуна, тумыртҡа, шыршы турғайы, һайыҫҡан кеүек ҡоштар йылы яҡҡа китмәй, беҙҙә ҡышларға ҡалалар. Улар өсөн ҡыш ҡурҡыныс булмаһа ла, беҙ ҙә хәстәрлек күрһәтһәк, байтаҡ ҡоштарҙы һаҡлаясаҡбыҙ.
Алып барыусы: Эйе, ҡоштар – гүзәл тәбиғәттең ғәжәпләндергес бер бүләге. Улар үҙҙәренең тауыштары менән тирә-йүнде йәнләндереп, тормошто биҙәй. ә хәҙер ҡоштар һайрауын тыңлап алайыҡ.(Ҡош тауыштарын тыңлау)
Ә хәҙерҡышлаусы ҡоштар тураһында тыңлап алайыҡ.
2уҡыусы:
Тумырҡалар, доктормы ни,
күрһәтә эшсәнлеген.
Туҡ-туҡ суҡып ағастарҙың
Тикшерә иҫәнлеген.
Тумырҡалар ағас бөжәктәре, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Шуға ла уны урман докторы тиҙәр.
Ҡарабаш турғай – турғай ҙурлыҡ. Башы, түше һәм ҡойроҡ аҫты ҡара төҫтә, сикәләре аҡ. Ҡанаттары һәм ҡойроғо һорғолт күк, арҡаһы йәшкелт һоро. Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Бөжәктәр, уларҙың ҡурсаҡтары менән туҡлана. Йылы яҡҡа китмәй, ағас ҡыуыштарына 9-13 йомортҡа һала. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Күп хайуандар һәм ҡоштар ер йөҙөнән юғала. Ни өсөн тип уйлайһығыҙ.
Кешеләр нисек итеп тәбиғәткә ярҙам итеү тураһында уйлағандар. Һәм “Ҡыҙыл китап” төҙөгәндәр. Был китапҡа 295 йәнлек, 312 төрлө ҡош ингән. Ә ниндәй йәнлектәр һәм ҡоштар яҙылған һуң был китапҡа.
Ә уҡыусылар ниндәй өлөш индерә ала ҡоштарҙы һаҡлауҙа. Ә хәҙер Башҡортостанда “Ҡыҙыл китапҡа” керетелгән ҡоштар тураһында тыңлап үтәйек.
Бөркөт – бик ҙур йыртҡыс ҡош, уның ҡанаттары 2 метрға етә. Йоморан, алйырҙан, сысҡан, ҡуян кеүек йәнлектәрҙе ашай. Хәҙер беҙҙең республикала ғына түгел, бөтә ил буйынса ла бөркөттәр һаны әҙ ҡалған.
Туғаҙаҡ. Ҡасандыр Башҡортостандың далаларында көтөү-көтөү булып йөрөгән был ҡошто ла хәҙер бик тиҙ табып булмай. Туғаҙаҡ та бик ҙур. Уның ауырлығы 16-17 кг-ға етә. Ул тик киң далаларҙа, сиҙәм ерҙәрендә генә йәшәй. Үлән һәм бөжәктәрҙе ашай.
Ҡарағош. Бөркөттән бәләкәйерәк был ҡош та “Ҡыҙыл китапҡа” индерелгән.
Шоңҡар. Хәҙер был ҡоштоң тик исеме генә ҡалып бара. Һуңғы йылдарҙа шоңҡар ояһын күреүселәр ишетелмәй.
Алып барыусы: Ә хәҙер балалар һеҙҙең иғтибарға викторина (ике төркөмгә бүлү).
I."Ҡоштар тураһында нимә беләһең?" викторинаһы.
1) Ниндәй һайраусы ҡош һыуға сумып, һыу төбөндә йүгереп, Үҙеңә аҙыҡ эҙләй? (Һыу турғайы-оляпка.) Слайд
Ҙурлығы сыйырсыҡтай. Башҡа ҡоштар менән бутарлыҡ түгел. Яңғырауыҡлы сырҡылдап һайрай. Таҙа һалҡын һыулы йылғалар тирәһендә йәшәй. Ултыраҡ ҡош. Урыны менән киң генә таралған. Ояһын мүктән эшләй, һыу өҫтөндәге ботаҡтарға, тамырҙарға, өңөлгән яр йәки гөрләүектәр аҫтына ҡора. Ваҡ балыҡ, йотҡостар, селбәрәләр, һыу бөжәктәре менән туҡлана.
2) Ниндәй ҡош йомортҡаһын икенсе ояға һала? (Кәкүк) Слайд
3) Беҙҙең урмандарҙа йәшәгән иң ҙур ҡошто әйтегеҙ. (Һуйыр. Глухарь ) Слайд
Йәшәү урыны — еләкле ылыҫлы урмандар, һирәк ағаслы, мүкле һаҙлыҡтар. Ҡарағай һәм шыршы энәләре, төрлө еләк, орлоҡ, бөрө-менән туҡлана. Ултыраҡ ҡош. Киң генә таралған. Ояһы ерҙә. Ите өсөн аулайҙар.
4)Ниндәй ҡош эт кеүек өрә, һәм «кейемен» үҙгәртә ? (Ағуна.) Слайд
Ҡыш аҡ төҫтә була, ҡойроғо һәм ҡанаттарының үҙәге ҡара килеш ҡала. Йәйгелеккә ала-сыбарға әйләнә, уларҙа ҡыҙғылт-һары төҫ өҫтөнлөк итә. Аяҡтарында тырнаҡтарына тиклем ҡауырһын үҫә. Оса башлағанда яңғырауыҡлы итеп ҡысҡыра. Мүкле һәм үләнле һаҙлыҡтарҙа, киң үртәндәрҙә төпләнә. Ояһын ерҙә ҡора, ҡара таптары булған һары йомортҡалар һала.
5. Иң ҙур ҡош.Слайд
Африка страусы90 кг ауырлыҡта, осмай,йүгерә генә, еңел машиналар менән ярыша, аяғы менән кешене баҫып үлтерә ала.
II. "Экология өсөн көрәшәйек". (Уҡыусыларҙы тыңлау.)
-Ҡоштарҙы һаҡлар өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк? Слайд
1. Ҡош ояларын туҙҙырма!
2Ҡоштарҙы һәм уларҙың балаларын тотма!
3. Урманда үҫемлектәрҙе, бөжәктәрҙе, ҡош ояларын тапамаҫ өсөн һуҡмаҡтан ғына йөрөргә тырыш!
4. Урманда һәм паркта шаулама, ҡоштарҙы, йәнлектәрҙе ҡурҡытырһың.
5. Тәбиғәтте сүпләмә! Слайд
Алып барыусы:Шулай итеп, ҡоштар беҙгә бик күп файҙа китерәләр. Уларҙы беҙҙең дуҫтарыбыҙ тип атай алабыҙ. Ҡоштар игенгә, емеш-еләккә, йәшелсәгә, ағастарға зарар килтерә торған ҡорттарҙы, бөжәктәрҙе ашайҙар. Бына уйлап ҡарағыҙ: кәкүк бер сәғәттә 100 ағас ҡортон, сыйырсыҡ көнөнә – 350, ә бер оя ҡарлуғас йәй буйына 1000000–ға яҡын зарарлы бөжәкте юҡ итә. Бер пар ҡарабаш турғай бер йәйҙә 40 төп алмағасты зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлап ҡала. Бүтән ҡоштар ҙа кешегә күп файҙа килтерә. Шуға күрә ҡоштарҙы яратырға, һаҡларға, ашатырға кәрәк.
Ә беҙ нисек ҡоштарға ярҙам итә алабыҙ.(уҡыусыларҙың яуабы)
III. Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау берләшмәһе йыл һайын бер ҡошто йыл ҡошо итеп һайлайҙар.Ул ҡош кешенең ярҙамына мохтаж һәм беҙҙең илдә йәшәй. Быйылғы йылдың символы-горихвостка-утҡойроҡ тигән ҡош. себен турғайҙары ғаиләһендәге,турғайҙар отрядындағы бәләкәй генә һайраусы ҡош. Иң матур, теремек ҡоштарҙың береһе.
Турғайҙан бер аҙ бәләкәйерәк. Оҙон ғына аяҡлы, ҡойроғон өҙлөкһөҙ бәүелтеп йөрөүсе ҡош. Сутылдап һайрай.Күсмә ҡош. Киң таралған.Һирәк ағаслы урмандарҙа, ауыл ҡалалағы ағастарҙа йәшәй. Ояһы ағас ҡыуыштарында.Төрлө бөжәктәр менән туҡлана.
Слайд
IV. "Кем күберәк?"уйыны.
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа бик күп ҡоштар йәшәй.Ә Һеҙ тағы ла ниндәй ҡоштар беләһегеҙ? (уҡыусыларҙың яуабы).
(Уҡыусылар ҡош исемен әйтеп тупты тоталар)
V.Хәрефтәрҙән ҡош исемдәрен төҙөү(сыйырсыҡ,тумыртҡа )
VI.Ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?
Торна иртә килһә,иртә йылына.
Тары сәсһәң ,сыйырсыҡ һыуығынан һуң сәс.
Ҡоштар тубы менән түбән осһа,мғыр яуыр.
Һайыҫҡан шыҡырыҡлаһа,ҡунаҡ килер.
Ҡара ҡарғаҡар ирей башлауға,сыйырсыҡ йылытыуға.
VII.Ниндәй мәҡәл-әйтемдәр беләһегеҙ.
Тартай теленән таба.
Себеште көҙ һанайҙар.
Тауыҡ менән ят,әтәс менән тор.
Ҡатын-ҡыҙҙың эше тауыҡ сүпләһә лә бөтмәй.
VIII.Мин һеҙгә йомаҡ әйтәм, яуабын табығыҙ.
Тау-ҡаяны төйәк итә,
Бер ниҙән тормай өркөп.
Кемдең уны күргәне бар?
Ҡош батшаһы ул ... . /бөркөт/
Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,
Ишек-тәҙрәһе асыҡ.
Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе
Ошо йортҡа ... . /сыйырсыҡ/
Хужанан да, эттән дә
Һис тә ҡурҡып тормайҙар.
Ем һипкәйнем ҡаҙҙарға,
Килеп ҡунды ... . /турғайҙар/
Ҡыҙыл ситектәрен кейгән
Күк күлдәкле ҡыҙ килгән.
Күк күлдәк, ҡыҙыл ситекле
Әйтегеҙсе, кем икән? /күгәрсен/
Көндөҙ ул насар күрә.
Тап бына шуға күрә,
Үҙ ҡорбанын һағалап,
Төндә тора самалап. /ябалаҡ/
Айырып булмай был ҡоштоң
Исемен есеменән.
Һоҡландыра бөтәһен дә
Аҡтан-аҡ төҫө менән. /аҡҡош/
«Ҡарлуғастар төйәгендә» йыры менән тамамлау.