Дәрестең технологик картаһы
Дәрес темаһы | Йәшелсә. Емеш-еләк. Овощи. Фрукты. |
Дәрес төрө | Яңы материалды өйрәнеү. |
Дәрес маҡсаты | Белем биреү маҡсаты: тема буйынса уҡыусыларҙың белемдәрен арттырыу, уҡыусыларҙы йәшелсә, емеш-еләк һүҙҙәрен ҡулланып һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү; Үҫтереүсе: тема буйынса бәйләнешле телмәр күнекмәләрен үҫтереү, өйрәнгән һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу; Тәрбиәүи: тыуған ергә һөйөү, хеҙмәт, бер-береһенә ҡарата ихтирамлылыҡ тойғолары, дөрөҫ туҡланыу мәҙәниәтен тәрбиәләү. |
Бурыстар |
|
Көтөлгән һөҙөмтәләр: | Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу. Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре: а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау; б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү, бирелгән һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү (төркөмләү, файҙалыһын һайлау); в) коммуникатив: үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү. Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, туғандарына, дуҫтарына, класташтарына иғтибарлы, ихтирамлы булыу, шәхси гигена этикетын белеү. |
Йыһазландырыу | Уйылданова С.М., Астанова Б.З., Нафиҡова И.В., Шакирова Г.И., Шәғәлиева С.Б. “Афарин” 3-сө класс уҡыусылары өсөн методик ҡулланма - Өфө: “Китап”, 2021., мультимедиа проекторы,магнитлы хәрефтәр, таратма материалдар, төрлө йәшелсәләр, емеш-еләк муляждары. |
Предмет-ара бәйләнеш | Тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү, технология. |
Дәрес этаптары | Уҡытыусы эшмәкәрлеге | Уҡыусылар эшмәкәрлеге | Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси) |
I.Ойоштороу моменты. Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу | I.- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! - Ултырығыҙ! Бөгөнгө дәрестә һеҙҙе күреүемә бик шатмын. Әйҙәгеҙ, дәрестә үҙебеҙгә уңыштар теләп, бер-беребеҙгә ҡарап йылмайышып алайыҡ. -Бик яҡшы! - Ә бөгөн нисәнсе число? 21 декабрь. Балалар бөгөн көн менән төн тигеҙләшкән көн. Зимнее равноденствие тип атала. Аҙнаның ниндәй көнө? Кесаҙна. - Дәфтәрегеҙҙе асып, яҙып ҡуйығыҙ. Егерме беренсе декабрь, кесаҙна. Класс эше. II.Артикуляцион күнегеүҙәр. - Телебеҙҙе шымартып алайыҡ. Минең арттан ҡабатлағыҙ. | Уҡыусыларҙың яуаптары
Хор менән ҡунаҡтарҙы сәләмләйҙәр.
Уҡыусылар башҡорт теленең һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрен, һүҙҙәрҙе уҡытыусы артынан ҡабатлайҙар. | Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар; Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр. Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар. |
II.Яңы тема өҫтөндә эш. (белемдәрҙе актуалләштереү) | 1. Теманы, маҡсатты асыҡлау. - Бик яҡшы, эште дауам итәйек. Иғтибар менән бына был муляждарҙы ҡарағыҙ. Нимә күрәһегеҙ? алма, ҡыяр.... - Улар нимә тип атала? (еләк-емеш, йәшелсә). Тимәк, нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ? Подумайте, о чем сегодня будем говорить? (овощи, фрукты).
(таҡтаға яҙып ҡуям). - Теманы дәфтәргә яҙып ҡуйығыҙ. 2.Маҡсат ҡуйыу - теманы иғтибар менән ҡарайбыҙ, беҙ уларҙың исемдәрен беләбеҙме? (Эйе, беләбеҙ) Дәрестә тағы нимәгә өйрәнергә тейешбеҙ? Был һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөргә. Еще раз посмотрите на тему, чего мы не знаем? Чему мы должны научиться на уроке? (составлять с ними предложения).
| Баҡса һүрәте менән танышалар, һорауҙарға яуап бирәләр. Йәшелсәләр, емеш-еләктәр исемдәрен атайҙар Уҡыусылар яуап бирә.
Уҡыусылар “Ә һеҙ беләһегеҙме?” рубрикаһын уҡый. Бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.
Уҡыусыларҙың яуап биреүе.
| Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.
Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте текстан ишетеп аңлау
Коммуникатив:тыңлайҙар һәм диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар
Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша. |
. | 3. Ягоды, фрукты. Емеш-еләк.
Слова для групп: Алма, әфлисун, слива, груша, ҡыяр, помидор, кәбеҫтә, кишер, ҡарағат, сейә, ҡурай еләге, крыжовник. Перед вами лежат ягоды, фрукты, овощи. Нужно распределить их по корзинам. 1-се рәт – йәшелсәләр; 2- се рәт – емештәр; 3-сө рәт – еләктәр. И так, 1ряд собираетв корзину – овощи; 2 ряд – фрукты; 3 ряд – ягоды. Начали!
Отвечают командиры групп: Кәрзиндә..., ..., ...бар. Перечисляют слова на башкирском языке...
әфлисун, лимон, киви, банан Да, но вот в Уфе есть лимонарий – прикрепляю слово к доске – в котором выращивают лимоны. | Тыуған көн тураһында һөйләшәсәктәре тураһында әйтәләр. Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.
| Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр. Регулятив:уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр. |
Уҡыу проблемаһын сисеү. | 1. – Ни өсөн көн дә еләк-емеш, йәшелсә ашарға кәрәк? Зачем нам нужно ежедневно употреблять фрукты и овощи? ü Овощи, фрукты, ягоды не только вкусны, но и полезны ü Сохраняют людям здоровье, поэтому необходимо употреблять в пищу. ü Обеспечивают витаминами организм, человек становится сильным, меньше болеет. - Дөрөҫ, уларҙа витаминдар бик күп. К доске прикрепляется слово витаминдар. | Дәреслектең 75-се битен асалар 2-се күнегеүҙе уҡып, өлгө буйынса саҡырыу яҙалар. 1-2 уҡыусы уҡый.
Өс төркөмдә эшләйҙәр. Өҫтәл һүрәтенә аҙыҡ-түлектәрҙе һайлап йәбештерәләр. Артабан был проект эштәрен яҡлайҙар.
Уҡыусылар уҡытыусының һорауына яуап бирәләр һәм әңгәмәлә ҡатнаша.
| Регулятив: өлгө буйынса эшләй белеү, төркөмдә эшләй белеү.
Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең эштәрен яҡлай беләләр, анализ бирәләр
Коммуникатив:монологик телмәр төҙөй белеү, бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша
Шәхси: һаулыҡ өсөн файҙалы аҙыҡ-түлекте ашау кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең һаулығы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо арта.
|
V. Ял минуты
| - Уйын уйнап, ял итеп алайыҡ. | Бер уҡыусыны уртаға ҡуйып, уҡыусылар “Аҡ ҡалас” уйынын уйнайҙар. | Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта. |
VI.Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу) | 1. - Ә хәҙер дәреслектән 24-се битен асайыҡ, 3-сө күнегеүҙе табайыҡ. Даны в столбиках слова, и с ними нужно составить словосочетания. Ҡара ҡарағат Тәмле еләк Йәшел ҡыяр әсе һуған ҡыҙыл алма.
-Эште дауам итәйек. Бына ошо таблица буйынса һөйләмдәр төҙөргә кәрәк. Напишите предлоежния по образцу: Ринат Б2, Б4 ярата. Ринатсейә, бал ярата. |
Һүҙлек эшен башҡаралар.
2-3 уҡыусының шиғырҙы тасуири уҡыуы.
Һорауҙарға яуаптар бирәләр.
Һүрәттәрҙе ҡарап, шиғырҙың йөкмәткеһенә тап килгән һүрәтте һайлайҙар?
Парҙар менән эш. Өс вариантта диалогты сәхнәләштереү.
Әңгәмәлә ҡатнашалар.
| Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу
Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау, ҡабул итеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.
Коммуникатив:диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша
Танып белеү:анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү
|
VII. Өйгә эш
| 1) 25-се бит 4-се күнегеү. Диалогты уҡырға. 2) Экзотик емештәр исемдәрен яҙырға. 3) “Әсәйемдән салат” тигән рецепт алып килергә. | Көндәлеккә өй эшен яҙалар. | Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү. Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу. Коммуникатив: шиғыр ятлау |
VIII.Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия. | - Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ? - Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ. - Алған белемдәрегеҙ тормошт кәрәк булырмы? Уҡыусыларҙы баһалау. - Дәрестә алған белемдәрегеҙҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле. аҡыллы малайҙар һәм ҡыҙҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Рәхмәт. Дәрес бөттө. Һау булығыҙ. | Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.
| Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша. Шәхси: үҙүҫеш, баһала |